Былтыр Өфөнөң Мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинатында өс социаль ашхана асылғайны. Баш ҡала Советы депутаттарының матди ярҙамы менән ойошторолған изге эш тормошта ауыр хәлдә ҡалғандарҙың көнкүрешен еңеләйтеү өсөн башҡарылды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Эшсе хәбәрселәр урамындағы ашханала булып киткәндән һуң бындай туҡланыу урындарын күбәйтергә кәрәк, тигән һығымтаға килде.
Социаль туҡланыу урындары күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар менән пенсионерҙар, йәшәр ере булмағандар өсөн тәғәйенләнгән. Ашханалар көн дә 60 кешене бушлай төшкө йылы аш менән туҡландыра. Һәр кемгә көнөнә 60 һум бүленә.
Бер кеше йылына ике тапҡыр берәр ай дауамында ошо мөмкинлектән файҙалана ала.
Был ашханала былтыр 360, быйыл 240 кеше туҡланған. Ҡалала былтырҙан алып барыһы 1 700 кешегә ошондай ярҙам күрһәтелгән, ә Өфөлә 22 мең самаһы аҙ тәьмин ителгән ғаилә йәшәй.
— Социаль ашхана ҡаланың һәр районында булырға тейеш, — тине Президент Рөстәм Хәмитов, төшкө ашҡа килеүселәр менән аралашҡас.
Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.
—Быйыл Орджоникидзе районында ҡаланың дүртенсе социаль ашханаһы асыласаҡ, — тип вәғәҙә итте ул.
Н. РАФИҠОВА.