Башҡортостанда Тәҡиә Мортазина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Федоровка районы Ҡараласыҡ ауылында йәшәүсе Тәҡиә Мортазинаға 100 йәш тулды. Юбилей тураһында муниципалитет хакимиәте башлығы Венер Насретдинов хәбәр итте.
Тәҡиә Барый ҡыҙы Мортазина 1926 йылда тыуған. Уның өлөшөнә бик күп һынауҙар төшә. 1933 йылда ата-әсәһен Башҡортостандың төньяғына ебәрәләр. Атаһы үлгәндән һуң ғына әсәһе ике балаһы менән Ҡараласыҡҡа ҡайта.
«Тәҡиә Барый ҡыҙы ҡайғы-хәсрәтте һәм мохтажлыҡты иртә татый, бәлки, тап шул саҡта ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә ярҙам иткән көс туплағандыр», — тип һөйләне Венер Насретдинов.
1948 йылда ул тормошҡа сыға, ике балалары – ҡыҙы Роза һәм улы Юнир донъяға килә. Ғүмере буйына Карл Маркс исемендәге колхозда сөгөлдөр үҫтерә, төрлө эштәрҙә эшләй.
«ТТәҡиә Барый ҡыҙының тарихы — рух көсө һәм үҙенекеләр өсөн яуаплылыҡ матур һүҙҙәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше булған ваҡыт тураһында тере хәтер ул», — тип билдәләне Венер Насретдинов.