Башҡортостанда эҫе, әммә ямғырлы һауа торошо көтөлә
Киләһе көндәрҙә лә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 28 июлдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +29, +34°.
Шаршамбы, 29 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын. Төндә термометр бағанаһы +19, +21° күрһәтһә, көндөҙ һауа +29, +34° тиклем йылына.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эҫелә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.