Өфөлә Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер ваҡытынан алда асылды27.07.2026

Өфөлә Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер ваҡытынан алда асылды

Фото: БР Транспорт министрлығы | архив

Өфөлә Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ – 13 август урынына 25 июлдә асылды. «Башинформ» был турала хәбәр иткәйне.

Эштәр күперҙең бер һыҙатында алып барылды, икенсе яғында транспорт өсөн реверсив хәрәкәт ойошторолдо. Ремонт 1 июндә башланды һәм башта 5 сентябрҙә тамамланырға тейеш ине. Күпер 1976 йылда төҙөлгән.




Вернуться назад