Икмәге лә икмәге!07.07.2012
Икмәге лә икмәге!Өфө магазиндарында Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай. Һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге уларҙың ҡаласын өҫтөн күрә.

Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, бөтәһен дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. Ләкин баҫыуҙа үҫкән ашлыҡты тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ҡомалаҡтан баш яһап, тыуған өйөнөң мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫен-тәмен кем онотһон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғи тәмде баһалай белә. Ана шундай уйҙарға һала Ҡырмыҫҡалы икмәге!
Кемдәр бешерә һуң был тәмле ризыҡты? Әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районының ҡулланыусылар йәмғиәте уңғандары. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Икмәге лә икмәге!Богданова йәмғиәттә егерме йылдан ашыу эшләй, шуның яртыһын икмәк комбинатына етәкселек итә. Бында бешерелгән икмәк менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ көн дә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы ике йөҙ сауҙа нөктәһенә оҙатыла. 2007 йылда Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатының бойҙай икмәге “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты булды. Икмәктең — ете, ҡаластың — ҡырҡ, прәниктең һәм туҡмастың ун төрөн сығаралар.
Быйыл ҡулланыусылар йәмғиәте ифрат күңелле ваҡиға кисерҙе: заманса яңы икмәк комбинаты сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында Үҙәк союз рәйесе Николай Икмәге лә икмәге!Кузнецов, Башпотребсоюз рәйесе Мансур Абдуллин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, утыҙҙан ашыу район ҡулланыусылар йәмғиәттәре етәкселәре ҡатнашты. Кирбес мейестә үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡтан элекке йолаларҙы һаҡлап бешерелгән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килде. Быға тиклем тәүлегенә 13 тонна продукция етештерһәләр, хәҙер ул тағы алты тоннаға артты. Район халҡы өсөн дә отошло: яңы 30–40 эш урыны барлыҡҡа килде. Ә инде етештереү цехы мөдире Земфира Әминева, технолог Лада Ванчева, икмәкхана мөдире Светлана Моратова, мастерҙар Гүзәл Ҡотлоярова, Аксинья Максимова күптән инде йәмғиәттең тәжрибәле белгестәре, алтын ҡуллы оҫталары булып танылды.
Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың ун йылдан ашыу етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш кисерҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урында килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгестәрҙе үҫтерә, яңы технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы йүнләй. Һуңғы йылдарҙа предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға 25 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Икмәк етештереү буйынса Ҡырыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте Башпотребсоюз селтәрендә беренсе урынды биләй.
Ә күп һанлы наградалар, вымпелдар, рәхмәт хаттары – йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Р. ВАҺАПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад