Республикала сауҙа өлкәһендә 300 меңдән ашыу кеше эшләй24.07.2026

Премьер-министр тармаҡты һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре | МАХ

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры сауҙа өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне һәм үҙенең социаль селтәрҙәрендә һөнәри байрамы менән ҡотланы. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, тармаҡта 300 меңдән ашыу кеше, бөтәһе 43 меңдән ашыу предприятие эшләй. Былтыр ваҡлап һатыу буйынса тауар әйләнеше 1,7 триллион һумдан ашҡан.

Был һандар артында көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай торған нәмәләр – йорт янындағы магазиндар, баҙарҙар, дөйөм туҡланыу предприятиелары, көнкүреш хеҙмәттәре, логистика, «Һөт кухняһы» һәм башҡалар. Әлбиттә, тармаҡты үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең хеҙмәте, – тип билдәләне хөкүмәт башлығы.

Республикала юл буйы сервисы әүҙем үҫешә: былтыр 347 объект төҙөлгән һәм яңыртылған, быйыл тағы ла 298-е планлаштырыла. «Беҙҙең программа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың юғары баһаһын алды һәм башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим ителде», — тип иҫкә төшөрҙө Андрей Назаров.

Яғыулыҡ баҙарында килеп тыуған ҡатмарлы хәлдә ул хәҙер икеләтә йөкләнеш менән эшләгән АЗС операторҙарына айырым рәхмәт белдерҙе.





Вернуться назад