Өфөлә берҙән-бер каршеринг хаҡты ике тапҡырға арттырған

Өфөлә каршеринг машиналарын ҡуртымға алыу ҡиммәтләнгән. Баш ҡалала «Делимобиль» каршеринг сервисы хаҡты ике тапҡырға тиерлек арттырған, тип хәбәр итә «Бизнес ФМ Уфа» радиостанцияһы тыңлаусыларға һылтанма менән.
Уларҙың һүҙҙәренсә, хәҙер Volkswagen Polo һәм Kia Rio автомобилдәрен ҡуртымға алыу хаҡы 15,31 һумдан 16,78 һумға тиклем тәшкил итә. Ике-өс аҙна элек кенә бындай машиналарҙы ҡуртымға алыуҙың бер минуты 7,5-8,5 һум тора ине.