Почтальон булыу еңел түгел07.07.2012
Почтальон булыу еңел түгелБигерәк тә бөгөнгө заманда. Күп кенә ауылдарҙы бер генә почтальон хеҙмәтләндерә. Етмәһә, эш хаҡы түбән. Күптәр яратҡан баҫмаларына яҙылһа ла, уны ваҡытында алмау осраҡтары йышайҙы, сөнки почтальондар етешмәй. Уның аҙ ғына эш хаҡына килергә теләк белдереүселәрҙең булмауы арҡаһында күптәр гәзит-журналһыҙ тороп ҡала.

Урындағы почта бүлексәһе был хәлде аңлап торһа ла, бер нисек тә осона сыға алмай, сөнки Башҡортостан почтаһы Федераль почта ҡарамағында. Мәскәүҙә ултырған хужаларға сауҙа планының үтәлеүе генә мөһим. Шуға ла хәҙер почтальондар гәзит-журнал ташыу өсөн тәғәйенләнгән сумкаларына һалып, һатырға төрлө әйбер алып сыға. Халыҡты ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға өндәргә ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай. Илдә үҙгәрештәр булып тора, әммә ни өсөндөр был мәсьәлә урынынан ҡуҙғалмай. Ә бит гәзит-журнал алдырыусылар етерлек. Бөгөн һәммәһен дә электрон гәзит-журналдар уҡый тип әйтеү ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәр ваҡытлы матбуғатҡа күпләп яҙыла, тик уны ваҡытында ала алмай.
Әлбиттә, барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен тәнҡитләү дөрөҫ тә түгел. Араларында түбән эш хаҡына риза булып, сабырлыҡ менән үҙ эшен яратып башҡарыусылар ҙа бар. Шундайҙарҙың береһе — Баймаҡ районы Күсей ауылы почтальоны Альмира Игебаева. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул халыҡ менән уртаҡ тел тапҡан, дүрт ауылды хеҙмәтләндерә. Ә элек был биләмәлә гәзит-журналды өс почтальон таратҡан.
— Һәр ауылда почта килеүен көтөп кенә торалар, нисек итеп халыҡтың ышанысын аҡламайһың инде, — ти Альмира Зәйләғи ҡыҙы. — Һәр яңылыҡты тиҙерәк белергә тырышып, бигерәк тә оло йәштәгеләр гәзит-журнал килеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем оҡшай.
Ысынлап та, кемгәлер — хат, берәүҙәренә — гәзит-журнал, икенселәренә көндәлек кәрәк-яраҡ ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтыусы, һәр ауылға рухи күпер һалыусы, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратыусы почтальон хеҙмәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар ҡайтанан тергеҙелмәй тороп, уларҙан нимәлер талап итеү мөмкин түгел. Тик боҙ урынынан ҡуҙғалырмы?
Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад