Республикала ял көндәренә һауа торошо билдәле булды24.07.2026

Һауа температураһы +30 градустан юғарыраҡ була, яуым-төшөм көтөлмәй.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +28,+ 33°.

Шәмбе, 25 июлдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +28, +33°.

Йәкшәмбе, 26 июлдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +28, +35°.



Вернуться назад