Башҡортостанда һыу баҫҡан урындар юҡ – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы24.07.2026

Хәл тотороҡланды.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте | Мах

БР буйынса Ғәҙәттәнтыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн Балаҡатай районында 1-се Күл урамындағы өс йорт яны биләмәһен һыу баҫыуға бәйле хәл контролдән сығарылды.

Ведомствоның пилотһыҙ авиация белгестәре Асҡын районында Сарыс йылғаһының ташыуы һөҙөмтәһендә һыу аҫтында ҡалған ауылдарҙы тикшереп сыҡты. Барыһында ла һыу ҡайтҡан, хәл тотороҡланған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың Асҡын районында ҡотҡарыу эштәренең тамамланыуы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад