Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ һәм талант конкурсында еңеү яуланы24.07.2026

Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ һәм талант конкурсында еңеү яуланы

Фото: матбуғат хеҙмәте | Сибай ҡалаһы хакимиәте

Сибайҙан йәш модель Вероника Кокотюха Таиландта балалар араһында уҙғарылған TEEN STAR INTERNATIONAL-2026 халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Вероника был конкурста «3-сө вице-мисс» исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Иң яҡшы дефиле» номинацияһында еңеү яуланы.

«Верониканың халыҡ-ара аренала дебюты уңыш менән тамамланды. Ул яңы тәжрибә, титул, таж алды һәм Сибайҙан үҙенең йәшендә халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған тәүге йәш модель булды», – тип белдерҙеләр Сибай хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Апрелдә Вероника Кокотюха «Бәләкәй мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе булғайны.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Сибай ҡалаһы хакимиәте


Вернуться назад