Республикала «пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдә булғанда бензовоздар йөрөмәй23.07.2026

Республикала «пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдә булғанда бензовоздар йөрөмәй

Пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдә булғанда яғыулыҡ тейәлмәй һәм ташылмай. Шуға бәйле бензовоздарҙың һуңлабыраҡ килеүе ихтимал, тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яғыулыҡ баҙарындағы хәл-торош буйынса брифинг барышында. Бәхеткә күрә, бөгөн ул өс сәғәт кенә дауам итте, ташыуға етди йоғонто яһаманы.

Автомобиль хужаларына режим индерелеүе, уның ғәмәлдән сығарылыуы тураһында тиҙерәк мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм уның рәйесе Кирилл Первовтың социаль селтәрҙәрендә баҫылған яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға кәңәш бирәләр.



Вернуться назад