Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды23.07.2026

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Фото: Кирилл Первов / Мах

Республикала «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды. Өфө аэропортында ла һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр алынды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

Башинформ 23 июлдә иртән Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителеүе тураһында яҙғайны. Шулай уҡ Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеү һәм осороу ваҡытлыса туҡтатылды.



Вернуться назад