Легендар яҡташыбыҙ, осоусы-штурмовик, ысын патриот Муса Гәрәевкә 9 июлдә 90 йәш тулыр ине. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек бөгөн дә йөрәктәрҙә һаҡлана. 1945 йылдан алып 1987 йылдың 17 сентябренә тиклем беҙ уның менән Мәскәү, Бөрө ҡалаларында, бөйөк илебеҙҙең байтаҡ төбәктәрендә йыш осраштыҡ.
Гәрәев Муса Ғайса улы 1922 йылдың 9 июлендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Саҡмағош улусында Иләкшиҙе ауылында (әле Илеш районы) тыуған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, полковник. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби авиация мәктәбен, М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны, СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай. 1942 йылдың сентябрендә фронтҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында осоусы, штурмовик, звено, 76-сы гвардия штурмлаусы авиация полкы эскадрильяһы командиры була. Сталинград, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Германия ерендә һуғыштарҙа ҡатнаша. 250 хәрби осош яһай. Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнаша. Һуғыштан һуң авиация полкына етәкселек итә. 1964 йылда отставкаға сыға. Унан һуң ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе булып эшләй. Республикала хәрби-техник спорт төрҙәрен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан ДОСААФ-ының бөгөнгө уңыштары Муса Гәрәевтең исеме менән тығыҙ бәйләнгән. Был ойошма былтырғы эш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙәге төбәк бүлексәләре араһында беренсе урын яуланы. Әле уның сафында 11 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә, йөҙләгән тәүге ойошмаһы, 11 мәктәбе һәм ике аэроклубы бар. 13 йүнәлеш буйынса егеттәр хеҙмәткә әҙерләнә. Былтыр ғына 2,5 мең кеше ошондай әҙерлек үткән. Республикала 18 авиация һәм техник спорт төрө, шул иҫәптән мотоспорт, йәйге биатлон, атыу, автомоделизм, парашют спорты үҫтерелә. Муса Гәрәев СССР-ҙың икенсе-дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, III дәрәжә Богдан Хмельницкий, Александр Невский, ике Ватан һуғышы, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. 1948 йылда Иләкшиҙе ауылында ҡуйылған бронза бюст 1960 йылда Өфөгә күсерелә. Батыр йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Третьяков галереяһында яҡташыбыҙҙың скульптур портреты бар.
Өфөлә йәшәгән саҡта ул республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. 1963—1989 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры булып эшләгәндә беҙ уның менән күп тапҡыр осраштыҡ. Ул осорҙа институтта ауыл мәктәптәренән килеүселәр байтаҡ ине. Башҡорт дәүләт педагогия институтының Ғилми хеҙмәт политехник мәктәбе ойошторолғайны. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа төрлө ғалимдар, шул иҫәптән Муса Гәрәев тә ҡатнашты.
Муса Ғайса улы К.Д. Ушинский, А.С. Макаренко, Н.К. Крупская, В.А. Сухомлинский һәм башҡа күренекле психолог-педагогтарҙың хеҙмәттәрен ныҡлы өйрәнде, төбәк һәм милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшмәкәрлегендә файҙаланды.
Мәскәүҙә үткәрелгән Рәсәй педагогия йәмғиәтенең VI съезында йәмғиәттең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгәндә ул үҙен ысын педагог, остаз һәм тыуған иленең патриоты булараҡ күрһәтте. Советтар Союзы маршалы Г.К. Жуковтың, Советтар Союзы Геройҙары А.И. Покрышкин, И.Н. Кожедуб, Ф.К. Ковпактың Муса Ғайса улына ихлас мөнәсәбәте әле лә хәтерҙә.
Башҡаларҙы һәр саҡ үҙенә йәлеп иткән кешеләр бар арабыҙҙа. Кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар, улар менән аралашыу хатта күңел байрамына әүерелә. Муса Ғайса улы Гәрәев тә беҙҙең өсөн ошондай шәхес булды һәм булып ҡала.
Йылдар беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышынан йырағыраҡ алып киткән һайын Тыуған илебеҙҙе, бөтөн кешелекте фашизмдан һаҡлап ҡалыуҙа ҡаһармандарыбыҙҙың батырлығын тәрәнерәк аңлайбыҙ. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәш быуынға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Совет яугирҙәре фашистарға ҡаршы көрәштә оло батырлыҡ күрһәтте. 12 миллион батырыбыҙ орден-миҙалдар менән бүләкләнде, 12 меңдән ашыуы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Башҡортостандан 200 меңдән ашыу яугиргә орден-миҙалдар тапшырылды, 278 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
Ә Муса Гәрәевкә — ике тапҡыр. Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы айырыуса ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Уның 78 һуғышсыһы Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булды.
Әле киң йәмәғәтселек алдына граждандарҙа юғары ватансылыҡ, Тыуған илгә тоғролоҡ, Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ҙур бурыс ҡуйыла. Был тәңгәлдә арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең өлгөһө ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Камил ӘХИЙӘРОВ,
Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһы академигы.