Йылайыр районы башлығы ауылдарҙа яғыулыҡ менән бәйле хәл тураһында һөйләне

23 июль иртәһенә Йылайыр ауылында әлегә оператив хеҙмәттәр транспорты һәм ашығыс осраҡтар өсөн генә яғыулыҡ һатыла. Бөгөн бензин килтерергә тейештәр. Был хаҡта Йылайыр районы хакимиәте етәксеһе Борис Мелкоедов хәбәр итте.
Уның мәғлүмәттәре буйынса, бензороботта АИ-92 бар. Юлдыбай ауылында ла ошондай уҡ маркалы бензин һәм дизель яғыулығы һатып алырға мөмкин.
«Әгәр алыҫ сәфәргә сығырға йыйынһағыҙ, күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн бакка яғыулыҡты алдан тултырып ҡуйығыҙ», — тип иҫкәртте Мелкоедов.