Эҫе һәм урыны менән ямғыр: Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә23.07.2026

Башҡортостан синоптиктары киләһе өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Фото: Юлия Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 23 июлдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32°.

Йома, 24 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +27,+32°.

Шәмбе, 25 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +27, +32°.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Асҡын районында Сарыс йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 1 метрҙан ашыуға кәмегән, 107 йорт янынан һыу ҡайтҡан.



Вернуться назад