Өфө хакимиәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләнде

22 июлдә «Өфө мөхите» оператив кәңәшмәһендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов муниципалитеттың структур бүлексәләренең яңы етәкселәре менән таныштырҙы.
Кадрҙар менән тәьмин итеү һәм муниципаль хеҙмәт идаралығы етәксеһе вазифаһына Рәмил Туҡаев тәғәйенләнде.
Рәмил Марс улы 1975 йылдың 2 ғинуарында Стәрлебаш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында, БР хөкүмәте аппаратында, БР Аҙыҡ-түлек тауарҙары әйләнешен һәм сифатын контролдә тотоуҙы тәьмин итеү һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт инспекцияһында эшләй, бер нисә коммерция предприятиеһына етәксеһе була. Һуңғы 13 йылда «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры вазифаһын биләй.
Владимир Анисимов хоҡуҡ идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Владимир Александрович 1982 йылдың 25 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын таммалаған, фән кандидаты. Башҡорт дәүләт университетында гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы булып эшләй, гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты була.
Муниципаль хеҙмәттә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы урынбаҫары, ә һуңғы ваҡытта Өфө хакимиәтенең хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаларын биләй.
