Граждандарҙан күрелгән сараларҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм һыуға инмәүҙәрен һорайҙар.
Ишембай районы хакимиәте урындағы халыҡты һәм Ишембай ҡунаҡтарын ҡала пляжының ваҡытлыса ябылыуы тураһында иҫкәртте. Тәйрүк йылғаһының ташыуы һәм бысраныуы һөҙөмтәһендә ошондай саралар индерегән.
Һыу әлегә һаулыҡ өсөн хәүефле. Пляж биләмәһендә ҡотҡарыусылар эшләй, һыу инеүҙе тыйған билдәләр ҡуйылған.