Ташҡын сигенә: Асҡында 107 йорт янынан һыу ҡайтҡан22.07.2026

Ташҡын сигенә: Асҡында 107 йорт янынан һыу ҡайтҡан

Фото: Кирилл Первов | Мах

Асҡын районында Сарыс йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 1 метрҙан ашыуға кәмегән, Үршиҙе, Сураш, Ҡамашиҙе һәм Солтанбәк ауылдарында 107 йорт биләмәһенән һыу ҡайтҡан. Был хаҡта 22 июлдә иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

«Кисә ғәҙәттән тыш хәлдәр урынында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән КЧС үткәрҙек, унда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса хеҙмәттәр өсөн аныҡ бурыстар билдәләнек, башҡарылған эш тураһында докладтар тыңланыҡ һәм һыу баҫҡан ауылдарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ», — тип белдерҙе ул.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары халыҡҡа һыуҙы һурҙырырға ярҙам итә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Асҡын районының Үршиҙе ауылында ташҡын эҙемтәләрен баһалай башлауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото: Кирилл Первов | Мах


Вернуться назад