Республика синоптиктары көндөҙ +31° һәм ямғыр вәғәҙәләй22.07.2026

Башҡортостан синоптиктары киләһе өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Фото: Александр Зайцев | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +26, +31°.

Кесаҙна, 23 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +14, +19°, көндөҙ +26,+31°.

Йома, 24 июлдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Төндә лә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +14, +19°, көндөҙ +26, +31°.

Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл эҫетеүе хаҡында бында уҡығыҙ.



 



Вернуться назад