Граждандарҙан сикләүҙе иҫәпкә алып, маршрутарын алдан билдәләүҙәрен һорайҙар.
Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһы була. Сараны әҙерләү һәм үткәреү өсөн Совет майҙаны тирәһендә автотранспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла.
30 июлдә көндөҙгө сәғәт 2-се яртынан киске 8-се 30 минутҡа һәм 1 августа иртәнге сәғәт 9-сы 30 минуттан көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем Пушкин урамы (Цюрупанан Ленин урамына ҡәҙәр) һәм Совет урамы (Зәки Вәлидиҙән Октябрь революцияһын урамына хәтлем) ябыла.
Был ваҡытта йәмәғәт транспорты маршруттарының хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.