Йондоҙнамә. 9 — 15 июль07.07.2012
Әүҙем аҙна көтөлә. Өҫтөгөҙгә мәғлүмәт ҡойоно ябырылыр. Нимәгә ышанырға? Эске һиҙемләүегеҙгә таянығыҙ. Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе яңылыштырып, көсһөҙ урындарығыҙға баҫым яһауҙары ихтимал. Тәүҙә барыһы ла яҡшы тойолһа ла, һуңыраҡ ауырлыҡтар тыуыр. Ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ. Идея һәм проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырмай тороғоҙ, һөҙөмтәләре шикле булыр. Был осорҙа авариялар ихтималлығы арта. Дүшәмбе коллективҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңышлы. Шишәмбе романтик осрашыуҙар өсөн уңайлы. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә көндөң беренсе яртыһын һайлағыҙ. Шаршамбы вәғәҙәләр бирергә ашыҡмағыҙ, барыбер үтәй алмаҫһығыҙ. Кесе йома эшлекле сәфәрҙәр өсөн уңышһыҙ. Йома етәкселегегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡ тыуыр. Үҙегеҙ һәйбәт башҡарған эштәргә генә тотоноғоҙ.

ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).


Һеҙгә бер аҙ тупаҫлыҡ хас. Йондоҙҙар йомшағыраҡ булырға кәңәш итә. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртасаҡ эштәргә етди ҡарағыҙ.

БУҒА
(21.04 — 21.05).


Мөмкинлектәрегеҙҙе тейешенсә баһалағыҙ. Ниндәйҙер ваҡиғаларға бәйле эйфория хәлендә булырһығыҙ. Үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Ҡушылған эште башҡаларға ауҙармағыҙ, үҙегеҙ башҡарығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06).


Күңелһеҙ хәлдән ҡотолор өсөн “иҫләмәйем”, “белмәйем” һәм “шулаймы ни?” тигән яуаптар биреү дөрөҫөрәк булыр. Эшкә яңы килгән кеше менән һаҡ булығыҙ.

ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07).


Ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә һуңғы мәлдә күп ваҡытығыҙҙы эштә үткәрһәгеҙ. Әле дилбегәне бушатып, ял итеү хәйерлерәк.

АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08).


Һеҙгә тәнҡитле ҡараш етеңкерәмәҫ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең эше лә ҡайһы берҙә оҡшап етмәҫ. Эшкә тынысыраҡ кешеләрҙе йәлеп итеү яҡшыраҡ булыр.

ҠЫҘ
(24.08 — 23.09).


Бөтә ерҙә лә өлгөрөү йәки, киреһенсә, күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолоу ауыр, әммә мөмкин булыр. Бер үк тырмаға кире баҫмағыҙ.

ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10).


Һеҙҙе аҡса мәсьәләһендә уңыш көтә. Файҙалы сауҙа итеү, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек мөмкинлеге асылыр. Ғаилә йәки эш тип өҙгөләнмәгеҙ, икеһенең береһенә иғтибарҙы күберәк йүнәлтегеҙ.

САЯН
(24.10 — 22.11).


Интеллектуаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тәҡдим ителә. Килеп тыуған хәл-ваҡиғанан оҫта ғына сығыу юлын табырһығыҙ. Эштәге низағтарға иғтибар итмәгеҙ, ҡыҫылмағыҙ.

УҠСЫ
(23.11 — 21.12).


Партнерҙарығыҙ йәки хеҙмәттәштәрегеҙ менән тыныс ҡына килешә алмаҫһығыҙ. Онотмағыҙ, һеҙгә улар менән артабан да бергә эшләргә тура киләсәк.

ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01).


Күмәкләп ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан йәки бергәләп башҡарылған эштән ситтәрәк йөрөгөҙ.

ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02).


Бөтәһе лә яҡшы бара бит әле тип, тынысланырһығыҙ. Бәлки, ваҡиғалар ағышына йоғонто яһай алмайһығыҙҙыр?

БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03).


Юлығыҙҙа осраған аныҡ проблемаларҙы хәл итегеҙ, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Күп һөйләмәгеҙ.

Өмөтбикә.


Вернуться назад