Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында телдәрҙе үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде21.07.2026

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында телдәрҙе үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар союзы киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итте.

Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре, электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала. Положение Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар союзы сайттарында баҫылған.

Конкурсҡа 2026 йылдың 1 ғинуарынан 2026 йылдың 22 декабренә тиклем баҫылып сыҡҡан материалдар тәҡдим ителә. Мәҡәләләрҙең һаны сикләнмәй.

Эштәр 2026 йылдың 23 декабренә тиклем gainetdinova.n@bashkortostan.ru электрон адресына ҡабул ителә, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге, тел.8 347 218-07-72.

Киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы 2013 йылдан алып үткәрелә. 



 



Вернуться назад