Ихаталарҙы һәм парктарҙы төҙөкләндереү рәсми рәүештә ирекмәнлек тип иҫәпләнә

Дәүләт Думаһы ирекле эшмәкәрлек төшөнсәһен киңәйткән закон ҡабул итте. Хәҙер биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса бушлай эшләү рәсми рәүештә ирекмәнлек тип иҫәпләнә.
Мәҫәлән, һүҙ парктарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштырыу, ағастар һәм сәскәләр ултыртыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү хаҡында бара.
Законға ярашлы, ирекмән-төҙөкләндереүселәргә был юғары уҡыу йорттарына ингәндә БДИ-ға өҫтәмә балл бирә. Шулай уҡ урамдарҙа тәртип урынлаштырыу буйынса түләүһеҙ эштә ҡатнашҡан граждандар ирекмәндәр өсөн ҡаралған бер нисә льготаға иҫәп тота ала (туҡланыуға, элемтәгә, кәрәкле ҡорамалдарға һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау һәм башҡалар).