Республикала Рәмзиә Әсфәндиәйәрова 90 йәшлек юбилейын билдәләне21.07.2026

Оҙон ғүмерле инәйҙең төп сере – даими хеҙмәт һәм күтәренке күңел торошо.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Стәрлетамаҡ районының Мариинский ауылында тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Рәмзиә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Әсфәндийәрова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Райондың Ветерандар советы һәм Отрадовка ауыл биләмәһе вәкилдәре, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары юбилярҙы тыуған көнө менән тәбрикләне.

Ҡунаҡтар инәйгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм рәсми ҡотлау хаттарын уҡып ишеттерҙе.

«Оло тормош юлы үткән кешене ҡотлау беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һеҙҙең оптимизм, ныҡлыҡ һәм тормошто яратыуығыҙ — барыбыҙ өсөн дә баһалап бөткөһөҙ өлгө», — тип билдәләне ветерандар ойошмаһы вәкилдәре.

Рәмзиә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы әйтеүенсә, уның оҙон ғүмерле булыуының сере даими хеҙмәттә һәм күтәренке күңел торошонда.

«Иғтибарығыҙ һәм йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Иң мөһиме — тыныслыҡта, һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә һәм эшләргә», — тине юбиляр.



Вернуться назад