Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле булды21.07.2026

Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола, тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы

Сарыс йылғаһының ташыуы һөҙөмтәһендә райондың өс ауылында 102 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан.

Мәҫәлән, Үршиҙе ауылында – 31, Сурашта 22 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Был ауылдарҙа һыу кимәле түбәнәйә.

Әлеге ваҡытта Солтанбәктә 44 йорт яны биләмәһе һыу ҡамауында тороп ҡалған. Ҡамашиҙе ауылында биш йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан. Уларҙа даими йәшәүселәр юҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһының Асҡын звеноһында «Ғәҙәттән тыш хәл» режимы индерелгән.

«Ауылдарҙа һыу кимәлен күҙәтеү өсөн ваҡытлыса постар ҡуйылған. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәгән халыҡты алдан иҫкәртеү һөҙөмтәһендә 162 кешенең 152-һе һыу ташҡансы үҙаллы эвакуацияланған», — тип билдәләне ҡотҡарыусылар.

Урындағы халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтелә: һыу һәм аҙыҡ-түлек килтереү ойошторолған. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер.

«Гидрологик хәл контролдә тотола, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла. Һыу баҫҡан биләмәләрҙә электр тәьминәте өҙөлгән», — тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙер Асҡын районында 40 кеше эшләй, 17 берәмек техника һәм биш йөҙөү сараһы йәлеп ителгән. Эштәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, пилотһыҙ авиация системалары белгестәре, шулай уҡ үҙ кәмәләре менән ирекмәндәр ҡатнаша. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй.




Вернуться назад