Башҡортостанда көндәр эҫетте

Киләһе өс көндә Башҡортостан халҡын эҫе һауа торошо көтә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +24, +29°.
Шаршамбы, 22 июлдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +25, +30°.
Кесе йома, 23 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +25, +30°.