Башҡортостан уҡыусыһы халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙал яуланы20.07.2026

Стәрлетамаҡтан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Руслан Әминев IEO-2026 Халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Фото: Руслан Әминев | Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был донъяла иң абруйлы интеллектуаль ярыштарҙың береһе булып тора, быйыл унда 62 илдән мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Олимпиада 12-19 июлдә Ҡытайҙа уҙҙы. Рәсәй исеменән биш баланан торған команда сығыш яһаны, улар йыйылма командаға биш награда – өс бронза һәм ике көмөш миҙал килтерҙе.

«Уларҙың береһе – Стәрлетамаҡ егете Русландың иҫ киткес шәп һөҙөмтәгә ирешеүе менән ғорурланабыҙ. Уның остазы Руслан Ренат улы Ғабдрахмановҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Русланды, уның ата-әсәһен, уҡытыусыларын һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһын һоҡланғыс сығыштары менән ҡотлайым. Был уңыш – Башҡортостанда иң яҡшы, сағыу, талантлы һәм маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр булыуына тағы бер дәлил. Ғорурланабыҙ!», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

3-сө Башҡорт лицей-интернатының туғыҙынсы класын яҡшы билдәләренә тамамлаған Руслан милли йыйылма команда составында донъя кимәлендәге награда яулауға өлгәште.  Уҡытыусыһының оҫталығы һәм үҙенең тырышлығы, шулай уҡ беҙҙең «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең белем биреү программалары ла ҙур роль уйнаны.

 


 

 



Вернуться назад