Ани һәм Рим: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр билдәле булды20.07.2026

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк осраған исемдәр исемлеген яңыртты.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

19 июлгә ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр – Ани, Линария, Эниса, Хәлиҙә һәм Оделия. Малайҙар араһында иһә Леван, Сыңғыҙ, Даниль, Рим һәм Фәрхәд.

Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Амелия, Йәсминә, София, Әминә һәм Эмилия тип ҡушалар. Малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Мирон һәм Михаил кеүек популяр исемдәрҙе һайлайҙар.



Вернуться назад