Ошо көндәрҙә Учалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – инәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зәнифә Ғәли ҡыҙы Рәсүлева оло байрамын – 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Инәйебеҙ күркәм холоҡло, күптәргә өлгө булырлыҡ ихлас, алсаҡ кеше. Ул — рух ныҡлығын, күңел таҙалығын һаҡлап ҡалыусы, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеүсе, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүсе шәхес. Атайыбыҙ Салауат Хәйретдин улы менән 35 йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп, уртаҡ маҡсатлы, бер уйлы булып тормош юлынан бергә атлайҙар.
Ҡәҙерлебеҙҙе оло байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанда беҙҙең күңел тыныс, донъябыҙ бөтөн, изге кәңәштәрең, фатихаларың тормошобоҙға йәм өҫтәй. Һин – тыуған йортобоҙҙоң күрке, ҡото, ырыҫы. Балаларҙың, ейәндәрҙең изгелеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, йән тыныслығы менән ғүмер ит!
Күнелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Ҡотлау менән барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Гүзәлиә, кейәүең Айҙар, ейәндәрең Рәсүл, Искәндәр Балтабаевтар.