Республикала +29 градусҡаса йылыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 июлдә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°.
Шишәмбе, 21 июлдә, Башҡортостанда урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +24, +29°.
Шаршамбы, 22 июлдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +24°, +29°.