Өфөлә водителдәргә дизель яғыулығы һатылған айырым заправкалар өсөн тауыш бирергә тәҡдим ителде17.07.2026

Яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса брифинг барышында Башҡортостандың сәнәғәт министры урынбаҫары Олег Тыщенко водителдәргә Өфөлә дизель яғыулығы ғына һатылған 2-3 заправка асырғамы-юҡмы тигән һорау менән мөрәжәғәт итте.

Фото: Элина Әхмәтова | «Башинформ»

Ҡағиҙә булараҡ, дизель яғыулығы һәр ваҡыт бар, ләкин транспорт хужаларына бөтәһе менән бергә оҙон сиратта торорға тура килә. Фекерҙәрҙе Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөнә яҙырға мөмкин.

Йыш килгән ялыуҙарҙың береһе – АЗС-тарҙа ниндәй бензиндың булмауы хаҡында мәғлүмәт бирмәү. Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, был хаҡта Өфөнөң 31 заправкаһында дежурҙа торған йәмәғәт үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренән белешергә мөмкин.

Алыҫта урынлашҡан райондарға яғыулыҡ ебәреү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Олег Тыщенко әйтеүенсә, яғыулыҡты ташыуға бәйле проблемалар бар.

«Бензин күп, әммә Мишкәгә бер рейс – Өфө буйынса биш-алты рейс. Шуға күрә Ҡариҙел яғына, Бөрйән яғына – ошондай алыҫ райондарға бензовоздарҙы йыш ебәрә алмайбыҙ», — тине министр урынбаҫары.

«Бензинға ихтыяждың ҙур булыуына бәйле уның сифаты үҙгәрмәнеме?» тигән һорау яңғыраны брифингта. Олег Тыщенко һүҙҙәренсә, яғыулыҡтың ГОСТ-ҡа тап килеүен Росстандарт һәм Роспотребнадзор тикшерә.

«Етештереүгә килгәндә, беҙҙең предприятиеларҙа иң яҡшы технологиялар ҡулланыла, евро-5 һәм евро-6 сифатлы бензин сығарабыҙ», — тип билдәләне спикер.

Олег Тыщенко һүҙҙәренсә, канистр менән һатыуҙы тыйыу ҡағиҙәләре федераль хөкүмәт тарафынан билдәләнгән һәм уны ғәмәлдән сығарыу урындағы кимәлдә хәл ителмәй.



Вернуться назад