Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар иртәгә, 18 июлдә, көслө ямғыр яуыуы хаҡында иҫкәртте.
«2026 йылдың 18 июлендә Башҡортостанда көслө ямғыр, көслө ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ, томан фаразлана, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал, — тип билдәләнә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белдереүендә. — Йәшен ваҡытында һыу инмәгеҙ, йылға-күлдәргә яҡын бармағыҙ, кәмәлә йөҙмәгеҙ. Дауыллап ел сыҡһа, ер аҫты үткәүелендә йәки биналарҙың подъездарында йәшенегеҙ».
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 17 июлдә, һауа температураһы көндөҙ +18,+23° була.
19 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 10, +15°, көндөҙ +19, +24°.