Республикала йыл башынан летчик-күҙәтеүселәр ике урман янғынын асыҡлаған17.07.2026

Республикала йыл башынан летчик-күҙәтеүселәр ике урман янғынын асыҡлаған

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Башҡортостандың урман янғынын һүндереү хеҙмәте урмандарҙағы хәлде һауанан күҙәтеүен дауам итә. Дүрт маршрут буйынса 4,1 миллион гектар урман фондында вертолет патруле алып барыла. Һауа суднолары Өфөлә, Белоретта һәм Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан.

Эш «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Йыл башынан алып күктә 111 осош яһалған, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Дөйөм 87 гектар майҙанда 15 янғын теркәлгән. Бөрйән һәм Учалы райондарында ике янғын сығанағы һауанан күҙәтеү барышында  асыҡланған.

«Башҡортостандың таулы-урманлы райондары өсөн авиапатруллек итеү күҙәтеүҙең иң һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала. Янғын сығанаҡтарын асыҡлау беҙгә өҫтөнлөк –  ваҡыт бирә», — тип билдәләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Уның һүҙҙәренсә, ике янғын да тиҙ арала һүндерелгән. Контроль системаһы урманды уттан һаҡлауға һәм янғын сығанаҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлауға йүнәлтелгән.

 




Вернуться назад