Өфөләрҙе ял көнө йәрминкәләренә саҡырҙылар17.07.2026

Өфөләрҙе ял көнө йәрминкәләренә саҡырҙылар

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

18 һәм 19 июлдә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Бындай йәрминкәләрҙә үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

«Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йәрминкәләр Эшсе хәбәрселәр урамының 20-се йорто янында һәм Спорт һарайы алдында үткәрелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө мэрияһында.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 17-19 июлдә Башҡортостандың 32 муниципалитетында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.

 

 



Вернуться назад