Сәнғәттең юғары өлгөһөнә дәғүә итмәгән, ябай ғына картинаға “йән өрҙөрөү”, балҡытып ебәреү өсөн ниндәй рам һайлар инегеҙ? Ғөмүмән, әҙерлекһеҙ һәүәҫкәрҙәр тарафынан ижад ителгән һүрәтте “сәнғәт өлгөһө” итеп күрһәтергә баҙнат итерһегеҙме?
Ыңғай яуап биреүегеҙ һөйөнөслө, тимәк, күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙ файҙағыҙға бора, йүнәлтә һәм үҙгәртә алаһығыҙ, бындай һәләт һәр кемгә лә тәтемәй. Заман психотерапевтары йәһәт кенә яраҡлашыу, ҡарар ҡабул итеү оҫталығына эйә кеше талғын ғына аҡҡан тормошона, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә генә түгел, ә хатта... үтелгән ғүмер юлына үҙгәрештәр индерергә лә һәләтле, тип иҫәпләй. “Рефрейминг” — инглиз һүҙе, тәржемәһе — “һүрәттең рамын алмаштырыу”. Тап ошо психологик ысул ярҙамында тормошобоҙҙағы төрлө “һүрәттәр”ҙе — күңелһеҙ, ҡайғылы ваҡиғаларҙы, йөрәк әрнеткес, уйландырғыс хәлдәрҙе “биҙәй”, “төҙәтә” һәм яңыса “яҙа” аласаҡбыҙ.
Миҫал килтерәйек. Һеҙгә 25 кенә йәш, ә тормоштан туйған кеүек туҡтауһыҙ зарланаһығыҙ:
— Бигерәк көсһөҙмөн...
— Балалыҡ йылдары үтә ауыр булды...
— Аҡса тотона белмәйем...
Стенаға борсаҡ менән бәргәндәй әйтелгән ҡәтғи раҫлауҙар донъябыҙҙы ҡараңғылата төшә, киләсәккә өмөттәрҙе емергәндәй итә. Был күңелһеҙ хәҡиҡәт сиген мотлаҡ үтергә һәм әйтелгәндәрҙе ҡапма-ҡаршылыҡҡа әүерелдерергә кәрәк. Һүҙҙең тылсымлы көскә әүерелеүен онотмайыҡ, баяғы зарланыу һүҙҙәрегеҙҙе башҡаса яңғыратайыҡ: “Көсһөҙ ҡатын-ҡыҙҙы ир-ат нығыраҡ ярата...”, “Эйе, балалыҡ йылдары ауыр булды, әммә ғүмергә етерлек сынығыу алдым...”, “Аҡсаны тотона белмәһәм дә, уны эшләп таба алам”.
Күрәһегеҙме, тормошобоҙҙо ниндәй сағыу буяуҙар менән байытып, яҡшы яҡҡа һынылыш яһаныҡ!
Ғөмүмән, ҡайҙа өтөр ҡуйырға мөмкинлек бар, унда нөктә ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Хатта иң ауыр хәлдәрҙә лә уңышлы боролошто эҙләп табырға тейешбеҙ. Ағас төбөнә баҫып, “мин көслө, барығыҙҙан да көслөрәк!” тип тирә-яҡҡа яр һалған маҡтансыҡ терпе тураһындағы көләмәсте иҫкә төшөрөгөҙ. Айыуҙың яҡын килеп, өрөп ебәреүе була — терпе мамыҡтай һауаға күтәрелеп осоп та китә. Әммә шул саҡта ла: “Мин көслө, әммә еңелмен, шуға осам”, — тип аҡланыуы иҫтә ҡалырлыҡ та баһа.
Беҙ ҡабул итергә яратмаған үҙгәрештәр донъяла күп. Мәҫәлән, ҡартлыҡты кем яратһын? Айырыуса ҡатын-ҡыҙ уны ауыр кисерә. Америка психиатры Элизабет Очинк ҡыҙыҡлы сағыштырыу яһай: “Кешенең олоғайыу йылдары балалыҡтың тәүге осоро менән оҡшаш — йәш ярымлыҡ сабый тәүге тапҡыр үҙенең көслө булмауын таный”. Асыш балаға иҫ киткес ҙур ынтылышлы үҫешкә өлгәшергә ярҙам итә. Психологтар был осорҙо юҡҡа ғына “икенсе психологик тыуған көн” тип атамайҙыр, күрәһең. Ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡартайыуға шундай аңлы мөнәсәбәт күрһәтергә, үҙҙәрен икенсе тапҡыр донъяға килгәндәй тойорға тейеш.
Йыш ҡына йәш саҡтарында һылыуҙар рәтендә тормаған, ҡиәфәтенә битарафыраҡ ҡатын-ҡыҙҙың өлкәнәйгәндә ҡапыл балҡып, матурланып китеүен, “яңынан тыуыуын” күҙәтергә тура килә. Алтмышҡа еткәс, машина йөрөтөргә өйрәнгән, картина яҙған, сәйәсәткә ышаныслы аҙымдар яһаған аҫыл зат вәкилдәрен дә беләбеҙ.
Медицина фәндәре докторы, врач-психотерапевт Э. Цветков билдәләүенсә: “Отолоу ҙа — яҙмыш бүләге. Ул һинең өсөн кәрәкле отошто үҙ эсенә ала”. Шуға өҫтәп айырылышыуҙы ла фажиғә итеп ҡарамай, ә һөйөп-һөйөлөп йәшәү өсөн яҡшы мөмкинлек тип иҫәпләү һәйбәтерәктер. Аҡсаһыҙлыҡ — аҡса табыуға этәргес көс. Сир һаулыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Киҫкен, ауыр хәлдәр йылғырлыҡҡа, тапҡырлыҡҡа әйҙәй.
Белгестәрҙең иҫбатлауынса: “Үҙгәрештәргә һәм алға табан хәрәкәт итеүгә һәләтте организмға хас тәбиғи ихтыяж тип ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә ундай ынтылыш күҙәтелмәй икән, тимәк, һеҙ ниндәйҙер файҙалы аҙыҡ-түлекте ашамайһығыҙ”. Молекуляр биология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр бының өсөн кешегә күпме микроэлемент һәм файҙалы матдәләр кәрәклеген иҫәпләргә мөмкинлек бирҙе. Марганец, селен һәм аҡһымдың етешмәүе тәү сиратта тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыуға килтерә. Йонсотҡос диеталарҙың һаулыҡҡа зарар килтереү ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Д. ЙӘНГИРОВА.