Башҡортостан вице-премьеры Өфө проектын тәнҡитләне16.07.2026

Башҡортостан вице-премьеры Урал Килсенбаев Өфөлә плакаттарҙағы тупаҫ хаталарҙы тиҙ арала төҙәтергә ҡушты.

Фото: Динара Ғаязова / Өфө мэрияһы

Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә Өфөләге яңы проектҡа ҡарата фекерен белдерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә, бер нисә көн элек ҡала урамдарында электр самокатында йөрөү ҡағиҙәләрен ҡуйып сыҡҡайнылар. Баҡһаң, башҡорт телендәге яҙмалар тупаҫ орфографик и грамматик хаталар менән эленгән булған.

«Идея бик һәйбәт һәм ваҡытлы, әммә уны урын-еренә еткереп эшләмәгәндәр, — тип белдерҙе беренсе вице-премьер. — Был хата ғына түгел, ә республиканың төп дәүләт теленә ҡарата бик тупаҫ мөнәсәбәт. Бынан ары башҡорт телендәге барлыҡ текстарҙы ла белгестәргә тикшереүгә биреүҙе һорайым».

Килсенбаев Өфөлә баш ҡала хакимиәте ҡарамағында эшләгән «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Бынан тыш, республикала эшләп килгән БР хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре ярҙам итергә әҙер булыуын, «Баштәржемә» ресурсы барлығын иҫкә төшөрҙө.

«Ошо мөмкинлектәр менән файҙаланығыҙ. Туған телгә килгәндә, ҡаланы биҙәүҙә хаталар булмаҫҡа тейеш», — тине Урал Килсенбаев.



Вернуться назад