Бөтә көстө республика райондарын тәьмин итеүгә йүнәлтәбеҙ – министр урынбаҫары Тыщенко16.07.2026

Бөтә көстө республика райондарын тәьмин итеүгә йүнәлтәбеҙ – министр урынбаҫары Тыщенко

Фото: Элина Әхмәтова | Башинформ

Киләһе ике көндә яғыулыҡ баҙары буйынса оперштабтың көсө Башҡортостан райондарын тәьмин итеүгә йүнәлтелә, тип белдерҙе республиканың сәнәғәт министры урынбаҫары Олег Тыщенко Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта. Уның һүҙҙәренсә, тәүге көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөгә өҫтөнлөк бирелде, ләкин хәҙер үҙәктән алыҫта урынлашҡан биләмәләр менән мәсьәләне хәл итергә кәрәк, йыш ҡына уларҙа бер генә заправка эшләй.

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Надир Самиев белдереүенсә, рейстарҙы туҡтатыу хәүефе юҡ. Предприятие эре тәьминәтселәр менән алдан килешеү төҙөй, дәүләт ташыусыһы автобустары өсөн яғыулыҡ әҙерләп ҡуйылған АЗС исемлеге бар.

«Маршуттар, шул иҫәптән төбәк-ара маршруттар өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәй. Эш регламенты үҙгәрҙе, беҙ водителдәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә һәр саҡ әҙер, ә рейстар ғәҙәттәгесә башҡарыла. Беҙҙең тәҡдим менән билеттарға хаҡ арттырылмай, дәүләт билдәләгән даими тарифтар буйынса эшләйбеҙ», — тине Надир Самиев.

Кисә Өфө заправкаларында сираттың кәмей башлауы тураһында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад