Башҡортостандың йәйге лагерҙарында 270 меңдән ашыу бала ял иткән

Башҡортостанда быйыл йәй 1800-ҙән ашыу ял һәм һауыҡтырыу ойошмаһы эшләй. Бөгөнгә уларҙа 270 меңдән ашыу бала ял иткән, тип хәбәр итте республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев.
«Һәр бала күңеленә ятҡан шөғөл табырға мөмкин: профилле сменалар, ижади лабораториялар эшләй, спорт ярыштары һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Улар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла инә. Ҡала ситендәге 28 ойошмала улар өсөн сменалар ойошторолған, бай программа әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта унда бөтәһе 1312 бала ял иткән», — тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Быйыл республика Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 600 баланы ҡабул итә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына өҫтөнлөк бирелә – 3 меңдән ашыу бала өсөн бушлай профилле сменалар ойошторола.
Балалар менән 30 меңгә яҡын хеҙмәткәр, шул иҫәптән 16,5 мең педагог һәм 4 мең самаһы вожатый эшләй. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына яҡынса 3 миллиард һум аҡса бүленгән.