Әбйәлилдән үҙешмәкәр композитор билдәле белорус йырсыһы менән уртаҡ йыр яҙған15.07.2026

Әбйәлилдән үҙешмәкәр композитор билдәле белорус йырсыһы менән уртаҡ йыр яҙған

Фото: Наил Зәйнуллин / «Башинформға» тапшырылды

Әбйәлил районынан Наил Зәйнуллин танылған белорус йырсыһы Илия Федорцова менән яңы йыр өҫтөндә эшләй. Сығышы Рысҡужа ауылынан булған музыкант 15 йәшендә үк электрон музыка менән ҡыҙыҡһына башлай, бөгөн ул халыҡ-ара кимәлдәге артистар менән хеҙмәттәшлек итә.

Наилдың Илия Федорцова менән берлектә яҙған тәүге йыры музыка майҙансыҡтарында 1,5 миллиондан ашыу кешенең һөйөүен яулаған.

«Мин социаль селтәрҙә Илияның йырлағанын ишетеп ҡалдым. Тауышы бик матур, оҡшаны, шунда уҡ уға бергә йыр яҙып ҡарарға тәҡдим иттем. Уның тауышына тап килтереп яңы музыка яҙҙым һәм үҙенә ебәрҙем. Илия көйҙө бик оҡшатты. Беҙ хәҙер икенсе композиция өҫтөндә эшләйбеҙ. Илия — бик талантлы һәм билдәле ҡыҙ, Billboard һәм Vogue журналдары уның хаҡында яҙған, шулай уҡ йырсы Netflix-тың документаль фильмында ла төшкән», — тип һөйләне Наил.

Наил Зәйнллин — проекттың композиторы ла, продюсеры ла. Шул уҡ ваҡытта ул үҙешмәкәр композитор булыуын, музыкаль һәләт ата-әсәһенән бирелеүен телгә алды.

«Минең ата-әсәйем — ижади кешеләр. Әсәйем йырлай, атайым бейей, мин дә мәктәптә башҡорт бейеүҙәрен башҡара торғайным. Атай-әсәйем өйгә фортепиано һатып алып ҡайтҡас, музыка менән ҡыҙыҡһыныуым тағы ла көсәйҙе. Миңә алты йәш ине, шунда уҡ фортепианоны үҙләштерҙем. Атай-әсәйем мине Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирҙе, ләкин икенсе дәрестән һуң уҡ уны ташланым. 15 йәшемдә телевизорҙа электрон музыкаға арналған фильм күреп ҡалдым. Шунда илһамланып киттем һәм был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына башланым. Музыка яҙыу өсөн программалар күсереп алдым, нимәлер әтмәләйем дә, сығарып ҡарайым. Әлбиттә, тәүҙән үк барыһы ла шыма килеп сыҡманы. Киләсәктә үҙемдең эштәремә башҡорт көйҙәрен дә өҫтәргә теләйем», — тип һөйләне Наил.

Бынан алда AY YOLA төркөмө проекттың уңыш серен асты.



Вернуться назад