Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте15.07.2026

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16-20 июлдә төбәктә урыны менән һыуҙың туғайға сығыуы, түбән урындарҙы һыу баҫыуы көтөлә.

«Әгәр һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ерҙә йәшәһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм аҙыҡ-түлек запастарын өҫкө ҡатҡа йәки бейегерәк урынға күсереп ҡуйығыҙ. Тышта йөрөгәндә һелкенеп торған ҡоймаларҙы һәм ағастарҙы урап үтегеҙ, өҙөлгән электр сымдарына яҡын килмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!» — тип иҫкәрттеләр ведомствола.

Иртәгә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төндә талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +22, +27°.



Вернуться назад