Дөрөҫ туҡланайыҡ07.07.2012
Йәйге ҡайнар ҡояш нурҙары һаулыҡ өсөн файҙалы булһа ла, ҡыҙынғанда уларҙың тән тиреһенә кире тәьҫир яһауы ихтимал. Төрлө кремдар, лосьондар ярҙамынан тыш та бит тиреһен тәрбиәләп буламы? Битебеҙ матур, шыма булһын өсөн нисек туҡланырға? Ғөмүмән, йәй миҙгелен сәләмәтлек өсөн нисек файҙалыраҡ ҡулланырға мөмкин?

Дөрөҫ туҡланайыҡКишер

Күпертмә һәм ҡыҙыл таптар менән тимгелләнгән ҡоро, төләгән тирегә ҡарап та, һеҙгә А витамины етешмәгәнен асыҡларға мөмкин. Был шифалы витаминға иң бай йәшелсә — кишер. Көнөнә бер генә бөртөк кишер ашау ҙа һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына. Тик А витаминының артыҡ күплеге тән тиреһен һарғайтыу мөмкинлеген дә иғтибарға алығыҙ.

Грейпфрут Дөрөҫ туҡланайыҡ

Был цитрус емешендә С витамины ифрат күп. Ул ҡеүәтле антиоксидант сифатына эйә. Грейпфруттың эфир майҙары һәм әсе тәме аҙыҡтың яҡшы эшкәртелеүенә булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм йөҙгә алһыулыҡ өҫтәй.

Дөрөҫ туҡланайыҡАлма

Бер генә емеште лә уның кеүек киң ҡулланмайҙар: сей килеш тә, бешереп тә, иҙеп тә ашайҙар. Һутын һығалар, компот, желе әҙерләйҙәр, әсетәләр, маринадлайҙар, киптерәләр...
Алма бәлеше һәм пирожкиҙары телеңде йоторлоҡ. Хатта алманы салат әҙерләүҙә, аш бешереүҙә уңышлы файҙаланалар. Алма тултырып бешерелгән ҡаҙ йә өйрәкте тәмләп ҡарағанығыҙ барҙыр. Был емештең көсө төрлө минералдарҙың һәм витаминдарҙың, шәкәр, кислота һәм күҙәнәкле туҡыманың бергә ярашып килеүендәлер.
Алма нектины һәр хужабикәгә таныш. Хәҙер уны заводта ла етештерәләр һәм холестерин кимәлен төшөрөүсе сара булараҡ дарыуханала һаталар. Өҫтәүенә ул ҡандағы шәкәр кимәлен тотороҡландырыу һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү өсөн файҙаланыла.
Алма, һуған һәм йәшел сәй менән бер рәттән, кверцитин матдәһенең төп сығанағы булып тора. Аллергияның төрлө сирҙәре менән яфаланған ауырыуҙарға тап ошо матдә кәрәкле. Табиптар уны шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар кешеләргә лә тәғәйенләй. Хатта был матдәнең яман шеште иҫкәртеү һәм дауалау өсөн дә файҙаланылыуын ишетеп беләбеҙ. Ябай алманың табиптарға артыҡ эш ҡалдырмауын барыбыҙ ҙа яҡшы аңланыҡ шикелле. Тимәк, беҙгә был емеште йышыраҡ ашарға кәрәк.


Вернуться назад