16 июлдә Nordwind Airlines компанияһының Абхазияға тура рейстары асыла.

Иртәгә авиакомпанияның осоу программаһы «Өфө — Сухум» маршруты буйынса тура даими рейстар менән тулылана. Осоштар 189 пассажирға иҫәпләнгән Boeing-737-800 самолеттарында башҡарыла, юлда булыу ваҡыты – 3 сәғәт 30 минут. Өфөнән Сухумға тәүге рейс 100% тиерлек тулы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл майҙа «Руслайн» авиакомпанияһы ла Сухумға осош программаһы асты. Улар рейстарҙы кесе йома көндәрендә башҡара.
Тура авиабәйләнеш булдырыу башланғысы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул был турала Абхазия президенты менән осрашыуҙа белдерҙе. Абхазия Башҡортостан өсөн ышаныслы партнёр һәм рухи яҡтан яҡын республика булып ҡала, ә тура рейс туризмға һәм эшлекле бәйләнештәргә этәргес бирә, тип белдергәйне Хәбиров. Яҡтар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләй.
Бынан тыш, республика властары пенсионерҙар өсөн «Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлелеге» социаль туризм программаһын финанслау тураһында ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».