Өфөлә Мөнирә Мостафина 100 йәшлек юбилейын билдәләне15.07.2026

Өфөлә Мөнирә Мостафина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Фото: Гөлназ Гәрәева | Өфөнөң Ленин районы хакимиәте

Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәүсе Мөнирә Мостафина йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Район хакимиәтендә тыл эшсәнен күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләнеләр.

Мөнирә Ханнан ҡыҙы Бүздәк районының Сәүәҙебаш ауылында тыуған. Һуғыш башланғансы ата-әсәһе менән бергә Приморье крайында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәш ҡыҙ Сучан ҡалаһында шахтала эшләй.

Һуғыштан һуң Мөнирә Ханнан ҡыҙы һөнәрселек училищеһында уҡып сыға, уға Свердловскиҙа «УралМаш» заводында, һуңынан туҡыу комбинатында, аппаратура һәм элемтә заводында хәрби һаҡта эшләргә тура килә. Артабан оҙаҡ йылдар оҙатыусы булып эшләп, Өфө депоһынан хаҡлы ялға китә. Ветерандың дөйөм хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу тәшкил итә.

Мөнирә Ханнан ҡыҙы тормош иптәше менән менән биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн уның 6 ейән-ейәнсәре һәм 10 бүлә-бүләсәре бар. Юбиляр үҙенең ишле һәм татыу ғаиләһендә бәхетле ғүмер кисерә.



Вернуться назад