Инглиз кейәүе «Торатау» геопаркында никах уҡытҡан15.07.2026

Инглиз кейәүе «Торатау» геопаркында никах уҡытҡан

Фото: Ғәзиз Ғәлин | "Торатау" геопаркының матбуғат хеҙмәте

Ошо көндәрҙә Торатау итәгендәге этнокомплекста никах танатнаһы үткән. «Торатау» геопаркының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кейәүгә 79 йәш, ул Бөйөк Британияның Ливерпуль ҡалаһынан килгән. Кәләшкә иһә 65 йәш, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

«Беҙҙә бик матур, аҙна һайын йоманан йәкшәмбегә тиклем фотосессиялар ойошторола. Бына ошо пар ҙа Башҡортостандың хозур тәбиғәтендә үҙҙәренең ҡунаҡтары, туғандары менән бергә фотоға төштө. Мин уларҙы тирмәгә инергә саҡырҙым, — тип һөйләне «Торатау» геопракы менеджеры Ғәзиз Ғәлин. — Никахҡа инеү өсөн кейәү ислам динен ҡабул иткән. Беҙ ысын мөхәббәт өсөн ара ла, йәш тә кәртә түгеллегенә йәнә бер тапҡыр инандыҡ».

Бынан алдараҡ Воскресенское һәм Верхотор ауылдарының Башҡортостандың туристик үҙәктәренә әүерелә барыуы хаҡында яҙғайныҡ.



Вернуться назад