Роспотребнадзор идаралығы ҡыҙылса йоҡтороу осраҡтарының артыуы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты15.07.2026

Роспотребнадзор идаралығы ҡыҙылса йоҡтороу осраҡтарының артыуы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн Башҡортостан медиакиңлегендә республикала ҡыҙылса ауырыуы осраҡтарының артыуы тураһында мәғлүмәт таралды. Шуға бәйле «Башинформ» комментарий биреүҙе һорап «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Ведомствола белдереүҙәренсә, был хәбәр дөрөҫ түгел, Башҡортостанда ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәл тотороҡло булып ҡала.

«2025-2026 йылдарҙа сир күрһәткестәре 2024 йылғы кимәлдән, шулай уҡ уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк. Өҫтәүенә прививка яһатмаған һәм билдәһеҙ прививка анамнезы булған граждандар эпидемик процесҡа йоғонто яһай. Беренсе класҡа барырға әҙерләнгән балаларҙың ата-әсәләре иғтибарына: балаға прививка яһатыу сертификатын тикшерергә һәм кәрәк булған осраҡта планлы ревакцинация үткәрергә кәрәк. Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы, мәктәпкә уҡырға барыр алдынан 6 йәшлек балаларға ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинаның икенсе дозаһы (ревакцинация) эшләнә», —  тип аңлатма бирҙеләр республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад