Ял итеү өсөн йәйҙән дә яҡшы миҙгел юҡтыр. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда ҡайһы бер хәүеф-хәтәр һағалағанын да онотмау хәйерле. Айырыуса башҡа эҫе тейеүҙән һаҡланығыҙ. Эҫе һуғыу — башҡа туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары тәьҫире һөҙөмтәһендәге ауырыу хәле. Был осраҡта мейе тамырҙары киңәйә һәм башҡа көслө ҡан ағымы килә.
Эҫе ҡояшлы көндә яланбаш йөрөү, тынсыу һауа, артыҡ күп ашау, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу ҙа баштың сәңкеп ауыртыуына килтереүе ихтимал. Көн һуғыуҙың төп билдәләре: хәлһеҙлек, арығанлыҡ, күңел уйнау, баш әйләнеү, иҫтән яҙыу, көҙән йыйырыу. Әгәр ҙә кеше тынсыу, насар елләтелгән бинала булып, тир бүленеүенә ҡамасаулаған кейем кейһә, көн һуғыуына тиҙерәк бирешәсәк. Йөрәк-ҡан тамырҙары, неврология сирҙәре менән яфаланған кешеләр айырыуса сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ла ҡояштың рәхимһеҙ сағыу нурҙарынан һаҡларға кәңәш итәбеҙ.
Ошондай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә һеҙҙе көн һуғыуҙан һаҡлар:
- үтә эҫе көндәрҙә көндөҙгө 10-11 сәғәттәрҙән һуң асыҡ һауала булмаҫҡа тырышығыҙ. Ағас күләгәһе лә һеҙҙе эҫе ҡояш нурҙарынан һаҡлар;
- көн эҫеһендә физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнмәгеҙ;
- еңел кейенегеҙ, кизе-мамыҡ туҡыма һауаны яҡшы үткәрә, артыҡ тирләтмәй. Мөмкин булһа, баш кейемен һалмағыҙ;
- майлы һәм аҡһымға бай аҙыҡ ашауҙан тыйылығыҙ;
- шыйыҡ ҡына яһалған сәй, кеүәҫ, минераль һыу организмдың һыу-тоҙ балансын көйләргә ярҙам итер;
- косметика сараларын, айырыуса кремдарҙы самаһыҙ ҡулланыу тиренең эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай.
Әгәр ҙә берәйһен көн һуҡһа, йәһәт кенә уны күләгәле, елләтелә торған ергә һалығыҙ. Башына, ҡултыҡ аҫтына һәм кәүҙәһен ситләтеп, һалҡын һыу сылатылған сепрәк йә боҙ ҡуйығыҙ. Һалҡын һыу менән тәнен ышҡығыҙ. Бүлмә температураһындағы сәй йәки минераль һыу эсереү һәйбәт.
Ауырыуҙы көҙән йыйырһа йә ул һуштан яҙһа, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.