Башҡортостан вице-премьеры заправкаларҙағы сираттың сәбәптәрен аңлатты14.07.2026

Башҡортостан вице-премьеры заправкаларҙағы сираттың сәбәптәрен аңлатты

Фото: Валерий Шахов / Башинформ

Республика һәм Өфө заправкаларындағы сират «Лукойл»дың физик шәхестәрҙең яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин ташыуҙы туҡтатыуына бәйле. Был хаҡта «Башинформ»ға БР вице-премьеры - сәнәғәт министры Александр Шельдяев хәбәр итте. 

Шул уҡ ваҡытта, Шельдяев әйтеүенсә, дизель яғыулығы барлыҡ яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла етерлек кимәлдә.

«Улар килешеү буйынса авария һәм коммуналь хеҙмәттәргә генә бензин һатты. Шуға ла был сират артабан „Башнефть“ компанияһы заправкаларына ла күсте», — тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.

Яғыулыҡҡа сиратҡа шулай уҡ кеше факторы ла сәбәпсе булған.

«30 литр бензин ҡойоуға сик ҡуйылһа ла, кешеләр өҫтәмә 10, 15, йәки 20 литр яғыулыҡ һатып алырға тырыша, һәм квитанция кире ҡайтарыла. Был хеҙмәтләндереүҙең ваҡытын тотҡарлай. Өфөлә һәм тәғәйен райондарҙа беҙ хәҙер сиратты көйләйәсәкбеҙ һәм уларҙы кәметәсәкбеҙ. Пилотһыҙ осоу аппараты хәүефенә бәйле бер аҙ ҡатмарлыҡтар булды, әммә беҙ был мәсьәләләрҙе штат режимында хәл итәбеҙ», — тине Шельдяев.

Республикала бөтә мөһим хеҙмәттәр ҙә яғыулыҡ менән тәьмин ителгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

«Бөтә социаль хеҙмәттәр, тиҙ ярҙам машиналары, сүп-сар сығарыусы машиналар һәм башҡалар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Улар өсөн бензин өҫтөнлөклө, Өфөләге һәм тирә-яҡ райондарҙағы бөтә заправкаларҙа ла яғыулыҡ бар», — тип аңлатты ул.

Бөгөн БСТ каналында тура эфирҙа Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле хәл ҡараласаҡ.

Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне махсус күҙәтеү аҫтында тоторға ҡушҡайны. Бының өсөн төбәктә Александр Шельдяев етәкселегендәге оператив төркөм булдырылды. Ул бөтә муниципалитеттарҙа ла яғыулыҡҡа бәйле хәл-торошто күҙәтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин ташыу 1,5 тапҡырға арттырылды.



Вернуться назад