Салауатҡа БПЛА һөжүме республиканың яғыулыҡ баҙарында сағылыш тапмаясаҡ — Сәнәғәт министрлығы

Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарының Салауат сәнәғәт зонаһына кире ҡағылған һөжүме эҙемтәләре Башҡортостанда яғыулыҡ менән бәйле хәлгә йоғонто яһамаясаҡ. БСТ телеканалы брифингының тура эфирында республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко ошо турала белдерҙе.
«Республикала яғыулыҡ баҙары тотороҡло – был беҙҙең заводтар һәм башҡа төбәктәрҙән ташыу. Шуға күрә Салауат ҡалаһында булған хәл яғыулыҡ баҙарында сағылыш тапмаясаҡ. Беҙҙең производство ҡеүәттәре төбәкте артығы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә, бынан тыш, запастар бар. Халыҡты борсолмаҫҡа, тыныс булырға һәм үҙебеҙ тыуҙырған ығы-зығыға бирелмәҫкә саҡырам. Яғыулыҡ етерлек күләмдә буласаҡ», — тип ышандырҙы Тыщенко.
Бынан алдараҡ Башҡортостан вице-премьеры Александр Шельдяев АЗС-тарҙа сираттарҙың сәбәптәрен аңлатты.