Баш ҡала заправкаларында намыҫһыҙ водителдәргә күҙәтеү алып барыла

Өфөнөң Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре 14 июлдән ҡаланың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында рейдтар үткәрә башланы. Уларҙың төп маҡсаты – ҡайһы бер водителдәрҙең бензинды канистрҙарға, пластик шешәләргә һәм башҡа һауыттарға ҡойоп алыуына юл ҡуймау, тип белдерҙеләр баш ҡала мэрияһында.
Инспекторҙарҙың иғтибар үҙәгендә – 30 заправка. Йәмәғәт именлеге үҙәге саралары хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм яғыулыҡ баҙарындағы ажиотажды кәметеүгә йүнәлтелгән.
Халыҡҡа тикшереүҙәргә аңлап ҡарарға һәм билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш итәләр.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бензинға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушҡайны.